Тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күскәндәр ҙә хәтерҙә. Уларға рәхмәтебеҙ ғүмерлек. Бәләкәй генә Ерек ауылынан яуға 42 ир-егет китә. Шуларҙың 26-һы ҡаһармандарса яу яланында, алыҫ тарафтарҙа башын һалһа, тик 16-һы ғына әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә.
Бөйөк Еңеүгә байтаҡ йылдар уҙһа ла, хәтирәләр онотолорға тейеш түгел. Был –хәҡиҡәт. 2015 йылда Далил һәм Одел Күсмәевтар үҙ көстәре менән клуб урамында ҡаһармандар иҫтәлегенә таҡтаташ асты. Был изге урын тәрбиә талап итә, бөгөн хаҡлы ялдағы Нәзилә Мөлөкова биләмәлә сәскә ултыртып, көҙгә тиклем был урынды тәрбиәләй - сүп-сарын утай, һыу һибә. Бына шулай үҙ теләге менән, бер кемгә зарланмай, ярҙам һорамай, таҡтаташ урынлашҡан биләмәне тәртиптә тота.
Бөгөн республика халҡы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, гражданлыҡ бурысын үтәй. Минең дә тәҡдимем бар: бергәләшеп был урынды тәртиптә тотайыҡ, күмәкләп тирә-яғын йыйыштырайыҡ. Бөйөк Еңеү өсөн башын һалған атай-олатайҙарыбыҙҙың рухы шатланһын.
Һүрәттә: Изге урын тәрбиә талап итә.