ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Август 2018, 12:45

Намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға кәртә ҡуйыла

Июль башынан ваҡлап һатыу һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған һәм ялланған хеҙмәткәрҙәре булған эшҡыуарҙар онлайн кассалар ҡулланып эшләй башланылар.

Федераль һалым хеҙмәте системаһына тоташтырылған онлайн-кассалар йәшерен иҫәп-хисаптарға юл ҡуймай. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлдән ведомство 155 тикшереү ойошторған. Ошондай аппараттарҙы файҙаланмаған өсөн ойошмаларға кәмендә 30 мең, шәхси эшҡыуарҙарға 10 мең һум күләмендә штраф һалына. Сара барышында асыҡланыуынса, ойошмаларҙың күбеһендә касса чектары, аппараттар бөтөнләй юҡ. Ошо өлкәләге етешһеҙлектәр тураһында мәғлүмәттәрҙең байтағы ябай халыҡтан алынған.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Читайте нас: