Һайлау хоҡуғы булғандарҙың бөтәһен дә, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы сәйәси ваҡиғаға йәлеп итеү мәсьәләһе көнүҙәк. Шуны күҙ уңында тотоп, территориаль һайлау комиссияһы секретары Рәүилә Сәйфетдинова үҙәк китапханала физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һайлау хоҡуғын тәьмин итеү буйынса мәғлүмәт бирҙе. Иң башта ул сараға килгәндәрҙе ниндәй һайлау кампаниялары үткәрелеүе, һайлау участкаларының эш режимы менән таныштырҙы. Артабан “Мобиль һайлаусы” технологияһы тураһында һөйләне. Был алым ярҙамында кеше йәшәгән урын буйынса ла үҙе теләгән кандидатҡа һәм партияға тауыш бирә ала, сөнки күптәр теркәлгән урын буйынса йәшәмәй. Яңы ысул респулика биләмәһендә эшләгәндәр, командировкала, ялда булғандар өсөн уңайлы буласаҡ. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү алымы хаҡында мәғлүмәт бирелде. Һаулыҡ торошо буйынса участкаға бара алмағандар көндөҙгө 2-гә тиклем был хаҡта шылтыратып әйтергә тейеш. Осрашыуҙа был категорияға ҡараған граждандарҙың паспортын төҙөү зарурлығы тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.