Заман мәғариф системаһы алдына модернизациялау менән бәйле йылдан-йыл яңы бурыстар ҡуя һәм улар дөйөм көс менән уңышлы ғәмәлгә ашырыла бара. Белем биреү хеҙмәткәрҙәренең Өфөлә 10 августа үткән республика конференцияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, уға матди-техник базаны нығытыу, юғары һөнәри кадрҙар, иң яҡшы тәжрибә һәм яңы технологиялар ҡулланыу менән өлгәшелә. Йәш быуын балалар баҡсаһына, мәктәпкә, өҫтәмә белем биреү учреждениеһына ҙур теләк менән йөрөһөн өсөн бөтә шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Алик Ғәбделхай улы, быйылғы республика август кәңәшмәһе заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыу темаһына арналды. Беҙҙә йәш быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ниндәй эштәр яйға һалынған?
- Балаларҙы хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү һәр заманда ла төп бурыстарҙың береһе булды. Был юҫыҡта район белем биреү учреждениеларында даими рәүештә маҡсатлы эш алып барыла. Мәғариф учреждениеларының бөтәһе лә янғынға ҡаршы сигнализация менән тәьмин ителеүе лә шуны дәлилләй. Ҡала мәктәптәре видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Янғынды һәм терроризмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән финанс сараларының күләме йылдан-йыл арта бара. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында мәктәп автобустарына навигация системаһы ҡуйылған һәм уларҙың бөтәһе лә ГОСТ талаптарына яуап бирә. Йылдан-йыл автобус паркы яңыртыла, күптән түгел 7-се һәм Восточный мәктәптәре яңы техникалы булды.
Ауыл мәктәптәрендә урамдағы туалеттарҙы бөтөрөп, уларҙы бинаға эшләү ҙә хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып эшләнә. Августа тағы ошо маҡсатта 7 башланғыс мәктәпкә аҡса бүленде.
- Районда сифатлы белем алыу өсөн шарттар булдырыуға етди иғтибар бүленә. Быйыл мәғариф берләшмәһе яңы уҡыу йылын ниндәй пландар менән ҡаршы ала?
- Яңы уҡыу йылын яҡты уй-ниәттәр менән ҡаршы алабыҙ. Белем биреү ойошмаларында ҡышҡылыҡҡа әҙерлек юғары кимәлдә үтте. 51 мәғариф ойошмаһы балаларға белем бирәсәк. Шуның 24-е мәктәпкәсә, 20-һе дөйөм, 7-һе өҫтәмә белем биреү учреждениелары. Балалар баҡсаһына 5 меңдән ашыу бала йөрөйәсәк. Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Быйыл 3-сө “Хыял” балалар баҡсаһында аяҡ-ҡулы йөрөмәгәндәр өсөн 10 урынлыҡ өҫтәмә төркөм асылыуы ла шуға дәлил. Киләсәктә сиратты бөтөрөргә, стандарттарҙы ныҡлы уйлап индерергә, педагогтарҙың квалификацияһын күтәрергә, инклюзив белем биреүҙе камиллаштырырға планлаштырыла.
Быйыл 1200 бала беренсе класҡа уҡырға килә. Былтырғы менән сағыштырғанда был һан күберәк. Дөйөм алғанда, район мәктәптәренә 10 меңдән ашыу уҡыусы белем аласаҡ.
- Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы программаларҙы бойомға ашырыу уҡыу планы мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға, мотлаҡ фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнергә булышлыҡ итә. Был йәһәттән балаларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?
- Яңы уҡыу йылынан райондың 16 мәктәбендә кластан тыш эшмәкәрлек иҫәбенә шахмат дәресе индереләсәк. Шулай уҡ компьютер менән эш күнекмәләре киңәйтеләсәк. Федераль стандарттар беҙҙең алда яңы талаптар ҡуя. Белем биреү сифатын күтәреү, матди-техник базаны модернизациялау, уҡытыуҙың йөкмәткеһен камиллаштырыу буйынса эшләйәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта математика, Ватан тарихы, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреү концепциялары тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ, география, йәмғиәт фәне, технология, физкультура фәндәре буйынса
концептуаль документар ҡабул ителгән һәм был йүнәлештә эш дауам ителә.
- Бөгөн ниндәй фәндән белем биреү концепцияһын үҫтереүгә ҙурыраҡ иғтибар бүленә?
- Сығарылыш уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән бәйле, математика айырыуса иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, был фән буйынса БДИ һөҙөмтәһе республиканың уртаса күрһәткесенән юғары, әммә профилле уҡытыу буйынса күрһәткес түбәнерәк. Тимәк, математиканы уҡытыуҙы камиллаштырыу, яңы технологиялар индереү, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойоштороу өсөн иң яҡшы уҡытыусыларҙы саҡырыу кәрәк.
Гуманитар фәндәрҙән, атап әйткәндә, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәт фәне, инглиз теле буйынса һөҙөмтәләр республиканың уртаса күрһәткесенән юғары, шуның өсөн был цикл уҡытыусыларына рәхмәт белдергем килә.
- Төбәктә һәләтле уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереүгә иғтибар ҙур. Был йәһәттән яңы уҡыу йылында ниндәй эштәр алып барыласаҡ?
- Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олипиадаларҙа, педагогтарҙың һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу күрһәткестәре туранан-тура мәғариф системаһы эшенең һөҙөмтәһен күрһәтә. Билдәле булыуынса, беҙҙең команда йыл һайын иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Тик быйыл призерҙар һаны кәмеүе күҙәтелде. Шуға күрә мәктәптәр яңы уҡыу йылында һәләтле балалар менән эш төрҙәрен үҙгәртергә, камиллаштырырға тейеш, тип уйлайым, сөнки белем сифаты педагогия кадрҙарының һөнәрилегенә бәйле.
Форсаттан файҙаланып, мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргәне өсөн район Хакимиәтенә, шулай уҡ белем биреү учреждениеларын уҡыу йылына әҙерләүгә көс һалған етәкселәргә, педагогия коллективтарына, атай-әсәйҙәргә рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай дөйөм мәнфәғәттә тырышырға, яңынан-яңы үрҙәр яуларға булһын. Бала үҙен мәктәптә, балалар баҡсаһында уңайлы, хәүефһеҙ һәм уңышлы тойһон өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ.
Һүрәттә: мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов.