Өфөлә аяҡ-ҡул буйынса инвалидтарҙың “Үҙ аллы аяҡҡа баҫыуға тағы бер баҫҡыс” республика фестивале үтте. Сараның исеме үк, физик мөмкинлектәр сикләнһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәгәндә тормоштоң сикһеҙ мауыҡтырғыс һәм төрлө яҡлы булыуын раҫлай.
Ярышсылар өҫтәл теннисы, дартс, еңел атлетика, пауэрлифтинг һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынашты. Һәр төр үҙенсә ҡыҙыҡлы, һәм сағыу сығыштар тәрән тәьҫорат ҡалдырҙы. Республиканың төрлө мөйөшөнән килгән 28 команда араһында мәләүездәр юғары күрһәткестәргә өлгәште. Сәмле ярышта Илдар Мөхәмәтов дартс буйынса еңеүсе исеменә, ә пауэрлифтингыла 2-се урынға лайыҡ булды. Еңел атлетика буйынса Ринат Дәүләтшин - беренсе, ошо юлдар авторы Миләүшә Ишбулатова - 3-сө, Рәйлә Сәйетбатталова тенниста призлы урын яуланы.
Һөҙөмтәлә, мәләүездәр ике Кубок менән бүләкләнде. Дөйөм команда күрһәткесе буйынса маҡтаулы 2-се урын - беҙҙеке.
Бына шулай, ауырлыҡтарға ҡарамай, еңеүгә ынтылып, тормош матурлығын тойоп йәшәргә, файҙа килтерергә тырыша беҙҙең ойошма ағзалары. Алда тағы етди һынау көтә: “Спартаковсы” һауыҡтырыу лагерында гер спорты һәм кәүҙәне күтәреү буйынса ярыштарға әҙерлек бара.
Ныҡышмалы ярышта призлы урындар яулаған спортсылар: (һулдан уңға)Ринат Дәүләтшин, Миләүшә Ишбулатова, Рәйлә Сәйетбатталова, Илдар Мөхәмәтов.