Борис Хөснулла улы Сәғитов 33 йыл шахтала (ер аҫтында) эшләй. Етенсе тиҫтәне тултырһа ла, оҙон буйлы Нурдәүләт ауылы егете бөгөн тура баҫып атлап йөрөй, етеҙлеге лә үҙе менән.
Борис ағайыбыҙ Хөснулла һәм Миңлебикә Сәғитовтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Юлдаш мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһында һөнәрселек училещеһында уҡыуын уҡыуын дауам итә. Әрмелә лә уңышлы хеҙмәт итә Мәләүез районы егете. Һалдаттарҙы Воркута ҡалаһына шахтаға саҡыра башлағас, Борис та ҡалырға ниәтләй. Ер аҫтында эшләүе ауыр булһа ла, яҡташтарыбыҙҙың күбеһе түҙә. Тейешле ял эләккәс кенә ул тыуған төйәгенә, ата-әсәһенә, туғандарына, һөйгәне Зәйнәп янына ашыға. Йәштәр бер-береһенә сәстәрен бәйләй, гөрләтеп туй яһап, үҙ донъяларын ҡоралар. Борис Себер тарафтарына яңғыҙы түгел, ә кәләше менән юллана. Төрлө дәрәжәлә хеҙмәт итергә тура килә тырыш ғаилә башлығына. Бынан тыш, икеһе лә техникумға уҡырға инә.
Шахтала 5 меңгә яҡын кеше эшләй, уның участкаһында - 200. Шартлауҙар ҙа, юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә етәксегә.