Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
4 Сентябрь 2018, 12:12

“Ит тә, икмәк тә етештергән мәләүездәргә рәхмәт”

Районға БР Хөкүмәте Премьер - министры, республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов килде.

Эш сәфәренең маҡсаты - ауыл хужалығы тармағында урып-һуғыу барышы, Дарьино ауылында салыу цехында төҙөлөш эштәре, “Мәләүез шәкәр заводы йәмғиәте”нең яңы миҙгелгә, шулай уҡ малсылыҡ объекттарының ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге менән танышыу. Премьер - министрҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов оҙатып йөрөнө.
Район аграрийҙары иген культураларының 65 процентҡа яҡынын йыйған. Гектар ҡеүәте 23 центнер тәшкил итә, 85 мең тоннанан ашыу уңыш тупланған. Күрһәткестәр буйынса беҙ - республикала алдынғы дүртәү исемлегендә.
Беренсе туҡталыш биләмәһе буйынса иң ҙур һаналған “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһының Корнеевка һәм Нордовка һөтсөлөк фермаларында булды. Заманса фермаларҙың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге буйынса хужалыҡ етәксеһе Илдус Хәлитов мәғлүмәт бирҙе. Бында, заманса технологияларҙы ҡулланып, һөт һауыу кимәлен тәүлегенә 50 тоннаға еткереү күҙаллана. Быҙауҙарға ваҡытында вакцинация, прививка эшләнә, һәр береһе тураһында мәғлүмәт компьютерға теркәлә. Тейешле ваҡыт үткәндән һуң, улар икенсе фермаға күсерелә, аҙыҡ рационы үҙгәртелә. Хеҙмәткәрҙәргә төрлө йүнәлештә ярҙам күрһәтелә, эш хаҡы юғары. Механизаторҙар араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”, “Иң күп иген һуғыусы” конкурстары ойошторола. Предприятиеның мал аҙығын ваҡлау ҡоролмаһы булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн аграрийҙар 2800 гектарҙан ашыу майҙанда ужым культураһын сәсеүҙе тамамлаған. Урып-йыйыу эштәре заманса техника ярҙамында башҡарыла. Илшат Фәзрахманов “Талисман” сортлы кукуруз баҫыуындағы культураның уңышы менән ҡыҙыҡһынды, аграрийҙарға уңыштар теләне.
“Дружба” хужалығы йәмғиәте баҫыуҙарында ла миҙгел эштәре гөрләй. Мал аҙығы артығы менән тупланған. Ферма, иген келәттәре әҙер. Хужалыҡ етәксеһе Аҫылбәк Алмашев менән әңгәмә көнүҙәк мәсьәләләргә арналды.
Райондың Дарьино ауылында “Хладобойня-Строганов” салыу цехындағы төҙөлөш эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында тәүлегенә 10 тонна ит етештереү ҡарала, шулай уҡ субпродукттар эшкәртеү цехын сафҡа индереү көтөлә. Күрше Ырымбур эшҡыуарҙары ярҙамы менән башланған инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуға ҡыҫҡа ваҡытта, йәғни бер йылда планлаштырылған. Бөгөн төҙөлөш эштәре 70 процентҡа башҡарылған. Тирә-яҡ ауыл халҡы өсөн эш урындары менән тәьмин итеүҙә был проект мөһим роль уйнаясаҡ.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 71-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: