Ҡотошта Әшрәф Хужәхмәтовтың иҫтәлегенә балалар спартакиадаһы үткәреү ҙә күркәм традицияға әйләнеп бара. Быйыл был спорт сараһы өсөнсө тапҡыр ойошторолдо һәм, әйтергә кәрәк, йылдан-йыл күберәк үҫмерҙәрҙе йәлеп итә.
Әшрәф Ғәзиз улының исеме мәләүездәргә яҡшы таныш. Ә ауылдаштары өсөн иң хөрмәтле, күренекле кешеләрҙең береһе тиһәң, һис тә яңылыш булмаҫ. Уны олоһо-кесеһе тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә алыуына ғәжәпләнерлек түгел. Эшләгән дәүерендә яҡташтарына бихисап изгелек ҡылған шәхес ул. Элекке уҡыусылары, уларҙың атай-әсәйҙәре, хеҙмәттәштәре Әшрәф Хужәхмәтовтың ауыл мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләгән йылдары тураһында тик йылы хәтирә һаҡлай.
- Һәләтле балаларҙы асыҡлауға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бирҙе. Тап Әшрәф Ғәзиз улы эшләгән осорҙа беҙҙең мәктәптән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында уҡыған уҡыусылар күп булды. Шулай уҡ йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы. Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү эскелек, тәмәке тартыу, наркотик матдәләр ҡулланыу кеүек зарарлы ғәҙәттәргә урын ҡалдырмауын яҡшы белде. Мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға өҫтөнлөк бирелде, төкәтмә эшләтте. Уҡыусыларға, педагогия коллективына ғына түгел, үҙенә лә юғары талаптар ҡуйҙы, - ти спартакиаданы башлап ебәреүселәрҙең береһе, уның уҡыусыһы, “Яугир” хәрби-илһөйәрлек йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Илмир Уразинбәтов.
Әшрәф Хужәхмәтовтың ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән йылдары ла ауылдаштары күңелендә матур иҫтәлектәр ҡалдырған. Балалары, ейәндәре уның һоҡланғыс ғаилә башлығы, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл атай, олатай булыуын билдәләй.
Спартакиадала ауылдыҡылар ғына түгел, ә Әшрәф Ғәзиз улының Өфөлә, Мәләүездә йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша. Быйыл да мөһим саранан ситтә ҡалманылар. Байрамды асыу тантанаһында Әшрәф ағайҙың улы Фәнил Хужәхмәтов йәш быуынға уҡыуҙа ла, спортта ла һәр ваҡыт юғары үрҙәр яулауын теләне, сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 71-се һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: Ҡыҙҙар ҙа, кескәйҙәр ҙә винтовканан атыу ҡарау теләге менән янды.