Республикала теүәл 8-ҙә һайлау участкалары беренсе һайлаусыларҙы ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү башланды. Берҙәм тауыш биреү көнө, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә.