Тауыш биреү өсөн Башҡортостанда исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелгән. Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙа. Республика халҡы закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Шуларҙың яртыһы - бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа һайлаусыларҙың 49,27 проценты һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. КОИБ-тар 811 һайлау участкаһында файҙаланыла.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙағы кеүек, бөтә участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдарын әҙерләгәндә машина уҡыған код (QR-код) технологияһын ҡулланасаҡ.