Үткән шәмбелә унда Танкистар көнө айҡанлы бронетанк һәм механизация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәр хөрмәтенә архитектура ҡоролмаһы асылды. Мемориал хәрби техника өлөшөн хәтерләтә, уның өҫтөнә танкист шлемы һалынған һәм “Танкистарға дан!” тигән һүҙҙәр уйылған.
Тантаналы митингыла район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсин, Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, кадеттар, дин әһелдәре, Өфө, Әлшәй, Салауат, Ишембай, Әбйәлил, Стәрлетамаҡтан ҡунаҡтар ҡатнашты.