Өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы секциялары эшмәкәрлегенән тыш, һәр мәктәптә спорт түңәрәктәре эше киң йәйелгән. Физик культура дәрестәрен камиллаштырыуға, үҫтереүгә, спорт залдарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.
Ҡаланың 8-се мәктәбендә үткән “Һаулыҡ көнө”лә уҡыусылар араһында һәләтле спортсыларҙы асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү, дәртләндереү маҡсатынан ойошторолдо. Бында быйылғы уҡыу йылынан 2-4-се кластарға өҫтәмә рәүештә шахмат дәрестәре индерелә башланы. Бынан тыш, физик культура дәрестәре сиктәрендә бассейнға йөрөү планлаштырылған. Белем биреү учреждениеһы директоры Александр Батов әйтеүенсә, һәр бала мотлаҡ йөҙә белергә тейеш.
Һүрәттә: Бишенселәр араһында финишҡа беренсе булып килгән Виктория Биксурина, Данил Емантаев һәм Артем Баландин.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 73-сө һанында уҡығыҙ.