Йыл башынан Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 2,1 процентҡа артҡан.
Августа хаҡтар һиҙелерлек төшкән тиһәләр ҙә, был һан ни бары 0,01 процент тәшкил итә. Миҙгелгә бәйле йәшелсә, емеш- еләк, сөгөлдөр, кишер, помидор, ҡыярға хаҡ 21-28 процентҡа, картуфҡа 19,4 процентҡа арзанайыуы хаҡтарҙың артыуын бер аҙ тотҡарлаған. Шуға ҡарамаҫтан, башҡа аҙыҡ-түлек 0,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һөҙөмтәлә, хаҡ бер айҙа 1,8 процентҡа артҡан.
Газ, мотор яғыулығына (8,5 процентҡа) һәм тәмәке изделиеларының айырым төрҙәренә (1,3-3,3) хаҡтар күтәрелгән.
Хеҙмәт күрһәтеү 2,5 процентҡа артҡан. Ҡулланыусылар кредиты 7 процентҡа, ә балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр 4,4 процентҡа күтәрелгән.
Бөгөн баҙарҙа иң күп ҡулланылған аҙыҡ-түлеккә хаҡтар - картуфтың килограмы 20-25 һум, ит һәм ярымфабрикаттар - 260-300 һум, һөттөң литры - 28-35, аҡ май - 300 һум тәшкил итә.