Үҙәк район дауаханаһында киҙеүгә ҡаршы прививка эшләй башланылар. “Совигрипп” вакцинаһы 18 йәштән өлкәндәрҙең бөтәһенә лә, айырыуса 60-тан үткәндәргә, вируслы инфекцияға тиҙ бирешкәндәргә, шәкәр диабеты, йөрәк, бөйөр һәм башҡа хроник сирҙәре булғандарға тәҡдим ителә.