Гәзитебеҙ аша район, ҡала, республика яңылыҡтары менән танышып барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ бар. Шуларҙың береһе, үҙенең өлгөлө тормошо менән хөрмәткә лайыҡ Юнир Исламғолов менән әңгәмәләшергә тура килде. 5 йылдан ашыу хаҡлы ялда булһа ла, түшәмгә төкөрөп ята торғандарҙан түгел: ҡаланың “Шәкәр заводы”нда тепловоз машинисы булып эшләүен дауам итә. ”Һөнәремде иң шәп ирҙәр эше тип һанайым, сөнки гел үҙеңде контролдә тотаһың. “Йәшел йылан” менән дуҫлашыусылар был эште алып бара алмай. Ҡасандыр ошо эшкә күндергән атайыма әле һаман ҙур рәхмәтлемен”, - ти Юнир Ғәбделбарый улы.