Фотолағы мөләйем йөҙлө был инәйгә бер кем дә үҙенең йәшен бирмәйҙер. Быйыл ул яҙын 92-һен тултырған. Ғүмер байрамын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре уртаһында үткәреү күркәм йолаға әйләнгән. Иң яҡын кешеләренең изге теләктәренә, рәхмәт һүҙҙәренә, ысын мәғәнәһендә, лайыҡ оло быуын вәкиле.
Йәшлек йылдары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килгән Сәғиҙә Вәлитова был тормошта нимәгә өлгәшкән булһа, бөтәһе лә ғәҙеллеге, изге күңеле һәм уңғанлығы менән ирешкән.
Һүрәттә:инәй һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 78-се һанында уҡығыҙ.