ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2018, 18:44

Ҡотороу - йоғошло сир

Ҡотороу - ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта үлемгә килтергән йоғошло ауырыу.

Йыл һайын 28 сентябрҙә Бөтә донъя ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.
Ҡотороу - ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта үлемгә килтергән йоғошло ауырыу. Сир нервы системаһын зарарлай һәм кешелә һыуҙан ҡурҡыу, бөтә нәмәнән хәүефләнеү тойғоһо уята. Уның менән ҡырағай хайуандар, шулай уҡ эт, бесәй, һыйыр, йылҡы малы ауырый. Кеше лә сирләргә мөмкин. Вирус хайуан тешләгән, тырнаған саҡта төкөрөк аша күсә.
Ҡотороу ауырыуына юлыҡмаҫ өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим:
- йорт хайуандарына билдәләнгән прививкаларҙы яһатығыҙ;
- уларҙа үҙгәреш һиҙһәгеҙ, йәрәхәтләнеүен йәки сәбәпһеҙ үлемен күрһәгеҙ, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ;
- балағыҙҙы ҡырағай хайуандар һәм ҡарауһыҙ йөрөгән эт, бесәй менән уйнауын тыйығыҙ;
- урманда, дачала, урамда эйәһеҙ йөрөгән эт-бесәйҙе алырға уйлаһағыҙ, ветеринар врач менән кәңәшләшегеҙ, ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтегеҙ;
- тешләгән йәки тырнаған хайуандан ҡотолорға ашыҡмағыҙ, ул 10 көн дауамында күҙәтеү аҫтында булырға тейеш;
- эт тешләгән осраҡта яраны 15 минут ағын һыуҙа йыуығыҙ һәм уның тирәһен 5 процентлы йод менән эшкәртегеҙ һәм медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ;
Шуны онотмағыҙ: ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтеү һәм тәүге стадияла дауалана башлау ғына сирҙән ҡотолорға ярҙам итә.
Үҙәк район дауаханаһы.
Читайте нас: