Мәғлүм булыуынса, хәүеф факторҙарын контролдә тотоп, сәләмәт тормош алып барғанда инфаркттан, инсульттан үлем осрағының 80 процентын кәметергә мөмкин. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын төп иҫкәртеү сараһына физик әүҙемлек инә. Көн һайын яртышар сәғәт күнекмә эшләү бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Телевизор, компьютер алдында ултырған ваҡытығыҙҙы ҡыҫҡартығыҙ. Ғаилә менән саф һауала йөрөүҙе, спорт менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә индерегеҙ.
Туҡланыу рационында емеш-еләк, йәшелсә күберәк булһын, тоҙҙо сикләгеҙ, көнөнә бер балғалаҡтан артмаһын. Тәмәке тартыуҙы ташлағыҙ, тартҡан кеше янында тороу ҙа һаулыҡҡа зыян килтереүен онотмағыҙ.
Өлкәндәр артериаль ҡан баҫымын даими контролдә тоторға тейеш. Һуңғы йылдарҙа алып барылған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡан баҫымын күҙәтеү йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан өҙлөгөүҙе һәм үлем осрағын кәметергә булышлыҡ итә.
35 йәштән алып йылына бер тапҡыр холестерин һәм глюкоза кимәлен тикшереп тороға кәңәш ителә. Әгәр нәҫелдә йөрәк-ҡан тамырҙары сире булған осраҡта 20 йәштән тикшерелергә кәрәк.
Врачҡа йәки диспансеризация кабинетына мөрәжәғәт итеп, ҡан баҫымығыҙҙы, холестерин, глюкоза кимәлен, ауырлығығыҙҙы белегеҙ. Ошо күрһәткестәр булһа, һаулыҡты яҡшыртыу буйынса шәхси план төҙөргә мөмкин.
Бөтә донъя йөрәк көнөндә үҙегеҙҙең һәм яҡын кешеләрегеҙҙең һаулығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Йортоғоҙҙо, фатирығыҙҙы сәләмәт туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү, тәмәкенән, эскелектән азат булған урынға әйләндерегеҙ.
Гүзәл ЯҠШЫБАЕВА, кардиолог.