Был тормошта бөтә һөнәр ҙә кәрәкле. Шулар араһында уҡытыусы айырым урын алып тора. Тап уларҙың биргән белеме, кәңәше менән күптәр үҙенә һөнәр һайлай. Кемдең нимәгә һәләтле икәнлеген дә, иң беренсе, педагог асыҡлай һәм үҫтерә.
Класс етәксебеҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғәббәсованы бик яратабыҙ, кәңәшсебеҙ, дуҫыбыҙ итеп күрәбеҙ. Уның дәресен көтөп алабыҙ, һәр теманы ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайбыҙ. Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы уҡыусы күңеленә асҡыс таба белә, үҙенең өс балаһынан бер ҙә кәм яратмай беҙҙе. Ихлас тыңлай, кәңәшен бирә. Үҙе лә төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулай, беҙҙе лә район, республика ижади ярыштарына йәлеп итә. Һөнәри байрамы алдынан уҡытыусыбыҙҙы ҡотлап, ғаиләһенә именлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.