Ҡала мәҙәниәт һарайында Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары, Күмертау, Салауат ҡалалары вәкилдәре ҡатнашлығында йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеү темаһына семинар тап шул маҡсатта ойошторолдо.
Сараны асып, район Хакимиәтенең муниципаль контроль бүлеге начальнигы Илмир Заһиҙуллин халыҡ араһында терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеүгә, уларға кире мөнәсәбәт булдырыуға, уяулыҡты арттырыуға йүнәлтелгән эш менән таныштырҙы.
Төбәк биләмәһендә бөгөн 21 мәсет, 9 ҡорам бар.
Һуңғы ике йылда Корнеевкала, Иштуғанда, Муллағолда, Һәргәйҙә, Арыҫланда мәсеттәр, Васильевкала сиркәү асылды. Дини ойошмалар вәкилдәре үҫеп килгән быуында әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуҙа, толерантлыҡ тәрбиәләүҙә булышлыҡ итә. Белем биреү учреждениеларында экстремизм, терроризм күренештәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙа ҡатнаша, лекциялар, әңгәмәләр үткәрә.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының фәнни-тикшеренеү институты белгесе Резеда Мөхөтдинова йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеүгә арналған уҡыу-методика материалдары, төрлө аңлатыу эштәре, фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙарҙың әһәмиәте хаҡында сығыш яһаны.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.