Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2018, 13:12

Хәстәрлек күреү мөһим

Мәғариф идаралығы тамаша залында мөмкинлектәре сикләнгәндәр эштәре буйынса координация советы ултырышы үтте.

Уны район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы.
Көн тәртибендә инвалидтарҙы тирә-яҡ мөхиткә тулыһынса йәки өлөшләтә яраҡлашыуына булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде, туғыҙ айҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Район Хакимиәтенең муниципаль контроль бүлеге начальнигы Илмир Заһиҙуллин, республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы директоры урынбаҫары Татьяна Запрометова, мәшғүллек үҙәге етәксеһе Иван Артемьев, мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин һәм башҡалар сығыш яһаны.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр әүҙем тормоштан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Шуға күрә уларға ҡаршылыҡһыҙ мөхит тыуҙырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был йүнәлештә эш районда халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа учреждениелар менән бергә ойошторола.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: