Гәзитебеҙҙең дуҫтары бихисап булыуға, әлбиттә, ҡыуанабыҙ. Эшҡыуар Сергей Колесников бүлгән аҡсаға ололарға «Көнгәк» яҙҙырып шатландырҙаҡ. Беҙ уға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Александровка ауылынан билдәле умартасылар Гөлнара һәм Сергей Баландиндар бал бүлде. Ә оҫта ҡуллы Зифа Камалетдинова бар күңелен биреп эшләгән сәскәһен килтерҙе.
Оҙаҡламай был бүләктәрҙең барыһы ла уҡыусыларыбыҙға барып етер. Беҙ ойошторған конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, ә иң мөһиме, «Көнгәк» гәзитенә яҙылығыҙ!
Зифа Камалетдинова эшләгән был матур сәскәнең хужаһы кем булыр?