Ҡаланың 60 йыллығы һәм Республика көнө айҡанлы гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында иғлан ителгән “Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!” конкурсында башлыса мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың бөтәһенең дә тыуған төйәгенең киләсәген тик яҡты төҫтәрҙә, сағыу биҙәктәрҙә, халҡын тырыш хеҙмәттә күреүе шатландырҙы. Тағы ла шуныһы һөйөндөрҙө: балалар ололарҙы һәм тиҫтерҙәрен тәбиғәтте һаҡларға, кесе Ватаныбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө менән ғорурланырға саҡыра.
Илвина Ильясова, мәҫәлән, киләсәктә Мәләүез йылғаһын, уның ярҙарын таҙартып, катамаранда йөрөү урынын булдырһалар ине, тип хыяллана. “Халыҡтың иң яратҡан урыны булыр инеул. Юғиһә, йылғабыҙ сүп-сар өйөмөнә әйләнеп бара. Тәбиғәтте, Ер-әсәне һаҡлайыҡ!” - тип яҙа ул конкурс эшендә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 4-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Азалия Ҡалдарова еңеүсе тип табылды. Һөҙөмтәлә ҡыҙ 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына “Көнгәк” гәзитенә квитанция (редакциянан килеп алыу) менән бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ!
“Көнгәк” гәзите редакцияһы.