Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын башҡарғандан һуң
район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Федоровка һәм Мәләүез райондары, Мәләүез ҡалаһы буйынса хәрби комиссар подполковник Рөстәм Ҡантимеров һәм ветерандар ойошмалары етәкселәре рәйесе Александр Кузнецов, “Хәрби туғанлыҡ” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ҡала бүлеге рәйесе Илья Рыбаков, “Десант-штурм подразделениеһы ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әсхәт Магасумов (Өфө) һәм матбуғат хеҙмәте вәкиле Азат Исламов (Өфө), урынбаҫары Владимир Маломожков, район-ҡала эске эштәр бүлеге ветерандар советы рәйесе Виктор Воробьев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Улар намыҫ һәм бурыс төп ҡиммәт булыуын билдәләп ҡыҙҙарға, егеттәргә уңышлы уҡыу, юғары һөнәрилек, биргән анттарына тоғро ҡалыуҙарын теләне.
Балаларының шатлығын уртаҡлашырға килгән атай-әсәйҙәрҙең йөҙҙәрендә ғорурлыҡ тойғолары сағылды. Йылы теләктәрҙән һуң һәйкәлгә сәскә һалып, яҡты иҫтәлеге алдында баш эйҙеләр бер минут тынлыҡта иҫкә алдылар. Һуңынан уҡыусылар, ҡунаҡтар, атай-әсәйҙәр колледж алдында ҡул һуғышы, тәүге ярҙам буйынса күргәҙмә күнекмәләр ҡараны, йырҙар тыңланы. Байрам һалдат бутҡаһы менән һыйланып тамамланды.
Һүрәттә: һәр кадет ысын күңелдән ант бирҙе.