Тимәк, уның сафына баҫҡан ҡыҙ һәм малайҙар уҡыуҙа тырыш, өлгөлө, һәр эштә әүҙем булырға тейеш. Эш, дуҫлыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәткә арналған ойошма ҡанундары һәр баланы татыу, егәрле, әҙәпле булырға өндәй.
Талантлы балаларҙың һәләтен үҫтереү, йәш быуындың рухын нығытыу, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау ниәте менән барлыҡҡа килгән пионер ойошмаһы. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында үткән слетта лидерҙар төрлө ҡаҙаныштар, фестивалдәр, конкурстар тураһында бәйән итте. Сарала ҡобайыр, йыр-бейеүҙәр башҡарылды, ә Башҡортостан тураһындағы викторина бигерәк тә мауыҡтырғыс булды - барыһы ла ихлас ҡатнашты
Һүрәттә: 9-сы гимназия уҡыусыһы Айгизә Ибраһимова “Минең Башҡортостаным” ҡобайырын башҡара.