Терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш - дәүләт кимәленә ҡуйылған мөһим бурыстарҙың береһе. Был хәүеф шәхес, йәмғиәт һәм дәүләткә янаған күренешкә әйләнде.
Рәсәй Федерацияһында маҡсаты һәм эше экстремислыҡ эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән ойошма, төркөмдәр булдырыу закон менән тыйылһа ла, улар һаман барлыҡҡа килә. Бөгөн был хәүефкә ҡаршы көрәштә ике система - дәүләт идаралығы һәм йәмәғәтселектең бер йүнәлештә эшләүе мотлаҡ.
2016 йылдың апрелендә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре дача йортонда шартлатҡыс ҡоролма эшләгән 35 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Ошонда уҡ граната, һуғыш кәрәк-ярағы әҙерләү компоненттары ла табыла. Оҙаҡламай уның Һамар ҡалаһында бер төркөмдә эшләгән әшнәһе һәм Өфө районында уларҙы аҡса, экстремистик йүнәлештәге текст менән тәьмин иткән ҡатын эҙенә төшәләр.
Волга буйы төбәк хәрби суды ирҙәрҙе 16 һәм 13, ә ҡатынды 10 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара.
Социаль процестарҙың глобалләшеүе, уларға төрлө мәҙәниәт, милләттән булған һәм төрлө ҡарашлы кешеләрҙән торған күп төркөмдәрҙең ылығыуы - замандың төп үҙенсәлеге. Был һәр өлкә идаралығында яңы ҡараш талап итә. Ҙур аҡсаға бәйле булғанлыҡтан, тармаҡланған һәм нығынған системаға ойошҡан экстремизм һәм терроризм төрлө идеологик һәм сәйәси доктриналар исеме, дин артына йәшенә. Улар кешелектең мәңгелек ҡиммәттәренә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.