Иштуғанда йәшәгән Нурбанат Солтанғолова - “Көнгәк” гәзите сыға башлағандан алып уҡыған тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе. Нурбанат Сәғиҙулла ҡыҙы әле лә яңы йылдың беренсе ярты йыллығына тәүгеләрҙән булып яҙылды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, заман менән бергә барырға тырыша ул. Илдә, республикала, районда барған ваҡиғаларҙың уртаһында булыу өсөн гәзит-журнал уҡырға кәрәклеген яҡшы белә педагогия хеҙмәте ветераны. Мәктәптә эшләгән йылдарында уҡ район гәзитен алдырырға ғәҙәтләнгән. Иштуған мәктәбендә ҡыҙы 35 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан.