- Үткән ғүмер күҙ асып йомған бер арауыҡ - һиҙҙермәй уҙып бара. Йәшәлгән йылдарға байҡау яһайым да, аптырайым - ғәзиз баштар ни генә кисермәгән. Һуғыш башланғанда 13 йәш ине. Атайҙы шул йылда уҡ фронтҡа алдылар, әсәй 5 бала менән ҡалды. Киләһе көҙөнә 10 көн уҡыттылар ҙа тракторға ултырттылар. Бәләкәймен, сибекмен, ә иҫке техника үҙенекен итә: йә ҡыҙмай, йә ватыла, уны йүнәтергә кәрәк. Майына буялып, олораҡтар килеп ярҙамлашҡансы, өшөп, бысранып бөтәм. Ир-егетәрҙе һуғышҡа алалар, ауылда үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалдыҡ. Әсәйҙәр, төн йоҡламай, бейәләй, ойоҡбаш бәйләй, ҡыҙҙар уларҙың эсенә хат сыймаҡлап һалған була һәм уның атайҙарға эләгеүен теләйбеҙ. Беҙ хеҙмәттә сыныҡтыҡ, шуға ла әлегә тиклем йәшәйбеҙҙер.