Егеттәр сафҡа теҙелгәс, хәрби комиссар, подполковник Рөстәм Ҡантимеров: “Был - һеҙҙең хәтерегеҙҙә ҡала торған көн. Бындай булдыҡлы егеттәр үҫтергән атай-әсәйҙәргә рәхмәт. Барығыҙҙың да иҫән-һау тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем”, - тине. Уларға нәсихәт әйтеп оҙатырға дин әһелдәре килгәйне, казак йәмғиәте старшинаһы Александр Шалютов егеттәргә бүләк тапшырҙы, хеҙмәттән ҡайтҡас, артабан уҡырға саҡырҙы.