Был маҡсатта муниципаль бюджеттан 2 миллион 839 мең һум аҡса бүленгән. 20 сентябрҙә генә башланһа ла, башҡарылған эштәр байтаҡ. Бинаның ҡыйығы профнастил менән ябылған, ишек-тәҙрәләр пластикка алмаштырылған, һалҡын һәм йылы һыу торбалары тулыһынса яңыртылған. Әле стеналарҙы тигеҙләү, иҫке таҡта иҙәндәрҙе яңыртыу кеүек эштәр дауам итә. “Башинтерьерсервис” төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Сания Рыҫҡолова әйтеүенсә, 50 йыл элек төҙөлгән бинаға бындай ремонт беренсегә башҡарыла, ноябрь баштарында тамамларға ниәтләйҙәр.