ВИЧ-инфекция - наркомандарҙың һәм әхлаҡһыҙ тормош алып барғандарҙың ғына ауырыуы, тип иҫәпләгән ваҡыттар артта ҡалды. Уны бөгөн йәшкә, социаль статусҡа һәм енескә ҡарамай, бөтәһе лә йоҡторорға мөмкин. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәгәндә, әлбиттә.
Уның осраҡлы енси бәйләнешкә ингәндә, тамырға наркотик ҡаҙағанда, ҡан һалдырғанда, донор ағза күсереп ултыртҡанда йоғоуы ихтимал. Шулай уҡ ауырыу әсәнән ҡарындағы балаһына күсеү, вирус йөрөткән кешегә ҡулланған медицина инструменты аша йоғоу осраҡтары бар.
Инфекция һауа-тамсы юлы менән таралмай. Ул организмдың биологик шыйыҡсаларында, йәғни ҡанда, аталыҡ орлоғонда, күкрәк һөтөндә, инәлек еңсәһе бүлендеһендә, арҡа мейеһендә “йәшәй”. Ҡанға 10 меңгә яҡын вирус өлөшсәһе эләккәндә генә инфекция күсә.