Конгэк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2018, 16:28

Уяу булайыҡ

Терроризм - ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған күренеш. Уның нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ ята.

Терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш - дәүләт кимәленә ҡуйылған мөһим бурыстарҙың береһе. Был хәүеф шәхес, йәмғиәт һәм дәүләткә янаған күренешкә әйләнде.
Рәсәй Федерацияһында маҡсаты һәм эше экстремислыҡ эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән ойошма, төркөмдәр булдырыу закон менән тыйылһа ла, улар һаман барлыҡҡа килә. Бөгөн был хәүефкә ҡаршы көрәштә ике система - дәүләт идаралығы һәм йәмәғәтселектең бер йүнәлештә эшләүе мотлаҡ.
2016 йылдың апрелендә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре дача йортонда шартлатҡыс ҡоролма эшләгән 35 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Ошонда уҡ граната, һуғыш кәрәк-ярағы әҙерләү компоненттары ла табыла. Оҙаҡламай уның Һамар ҡалаһында бер төркөмдә эшләгән әшнәһе һәм Өфө районында уларҙы аҡса, экстремистик йүнәлештәге текст менән тәьмин иткән ҡатын эҙенә төшәләр.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 86-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: