Көн тәртибендә өс мәсьәлә ҡаралды. Беренсеһе буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Макаров 9 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау йомғағы, урындағы партия эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. “Һайлауға әҙерлек алдан башланды. Август айында районда “Һинең мөмкинлектәр республикаһы” төбәк форумы уҙҙы, унда депутатлыҡҡа кандидаттар “Аныҡ эштәр”, “Ҡала мөхите” партия проекттары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына арналған мәсьәләр буйынса сығыш яһаны, һайлаусылар менән аралашты.