Бер ҡасан булмаһам да, Мәскәү ҡалаһынан йыраҡ урынлашмаған Павел Грудинин етәкләгән алдынғы Ленин исемендәге совхоздағы эш шарттары булдырылған бында, тигән ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерҙем “Иҙел” агрофирмаһында булып ҡайтҡас. Малсылыҡ һәм үҫемлек менән шөғөлләнгән, 70 кешегә эш урыны булдырған хужалыҡ 6 йыллыҡ тарихында бик күп уңышҡа өлгәшкән. “Иҙел”дәрҙең 7777 гектар сәсеүлек ерендә иген, көнбағыш, етен, мал аҙығы үҫтерелә. Иген, техник культураларҙы етерлек үҫтереү малсылыҡ тармағын тейешенсә алып барырға мөмкинлек бирә. Аҡлы-ҡаралы тоҡомло башмаҡтар һатып алғандар, һауын һыйырҙар һанын 1200 башҡа еткергәндәр. Һыйырҙың һөтө - телендә, тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә иғтибар ҙур. Үҙҙәрендә ҡатнаш ризыҡ әҙерләнә. Силос соҡорҙарын яңыртҡандар, ферма төҙөкләндерелгән. Машина-трактор паркы яңыртылған.