Байтаҡ йылдар Ергән балалар спорт мәктәбенең самбо көрәше менән шөғөлләнеүселәре төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа ал бирмәй. Күптән түгел улар Өфөлә СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Салауат Мөхийәнов иҫтәлегенә ярышта Линар Лотфуллин үҙ ауырлыҡ төркөмөндә еңеүсе булды. Данир Бикҡужин икенсе урынға сыҡты.