Ҡасандыр күмәк хужалыҡтар тарҡалып, сәсеүлектәр эшкәртелмәгән осорҙа барлыҡҡа килгән эшҡыуарлыҡтың был төрө бөгөн илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Улар өйрәнә, тырыша, ышаныслы аҙымдар менән алға бара, еңеү яулай. Ҡаршылыҡтарға баш бирмәҫ фермерҙарҙың үҙ эш ысулы бар. Улар, ысын мәғәнәһендә, универсал, кәрәкһә - хисапсы, талап ителһә - механизатор, дипломат, документация алып барыусы ла.
Аптраҡта тыуып үҫкән ир уҙаманы Әҡсән Мәсәғүтов тураһында “Көнгәк” гәзитендә беренсе мәҡәлә бер нисә йыл элек донъя күргәйне. Ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә, ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән эшҡыуар ниндәй маҡсаттар менән көн итә? “Мәсәғүтов” хужалығы миҙгел эштәрен ниндәй уңыштар менән тамамлай?