- Указда, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары туған теле Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тип әйтелгән. Президенттың был ҡарары илдең этник, мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы ваҡытта федераль кимәлдә был йәһәттән күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, августа Владимир Путин уҡыусыларҙың мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса хоҡуғын яҡлау тураһында законға ҡул ҡуйғайны, ул төбәктәрҙә хуплау тапты.