Ошо көндәрҙә шағир, журналист, көрәшсе булараҡ билдәлелек яулаған атайыбыҙ Ғәли Ильясовҡа 80 йәш тулған булыр ине.
Ул оҙаҡ йәшәргә хыялланды, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере бик иртә, 35 йәшендә генә, өҙөлдө. Вафатына байтаҡ йылдар үтте, әммә уның тураһында иҫтәлек, ваҡыт үткән һайын сағыулана бара.
Ҡәҙерле кешебеҙ бала сағын дәһшәтле һуғыш урлаған быуын вәкиле. Үҫмерлек йылдары ауыр йылдарға тура килһә лә, күңеле ҡатмай уның, киреһенсә, тәбиғәткә, матурлыҡҡа һоҡланыусан булып буй еткерә. Йомағужа урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, Күмертауҙа һөнәрселек училищеһында белем ала.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 92-се һанында уҡығыҙ.