Ауыл хужалығы идаралығының мәғлүмәте буйынса, хужалыҡтарҙа айлыҡ тулайым һауым - 509 килограмм. Йыл башынан 12,631 тонна һөт һауылған. Райондың бар фермаларында мал ҡышҡы ҡураға ингән.
Корнеевка фермаһында бөгөнгә1200 баш мал иҫәпләнә, шуның 194-е һауын һыйыр , 500 баш һимертеүҙә. Ферма бригадиры Әбүбәкер Дәүләтов әйтеүенсә, малсылар тырышып эшләй, артым һәйбәт. “Һауынсыларыбыҙ Светлана һәм Гөлнара Рахманғоловалар, Гөлнара Ғәлимова, Гүзәл Рәхимова, Светлана Суханова үҙ эшен яратып башҡара.