Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында йәш белгестәрҙе врач һөнәренә арнау сараһы үтте. Үҙәк район дауаханаһы 9 врач һәм 18 медицина персоналы белгесенә тулыланды.
Йәштәрҙең, уҡыу йортон тамамлап, хеҙмәт юлына яңы аяҡ баҫҡан мәле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яуларға өлгөргәндәр.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең ҡотлау сығышында: ”Был һөнәргә осраҡлы кешеләр килмәй. Был тармаҡ халыҡ һаулығы һәм ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғандарҙы ғына үҙ итә”,- тине һәм уларға уңыш, карьера үҫеше теләне.
Үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин йәш белгестәрҙе Мәләүез һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тарихы менән таныштырҙы.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 93-сө һанында уҡығыҙ.