ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2018, 19:15

Бала хоҡуғы һағында

Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө сиктәрендә район Хакимиәтенең опека һәм попечителдәр бүлегендә йәтим һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм булған балалар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә мәсьәләләр буйынса граждандар ҡабул ителде. Район-ара суд приставы Юлия Коваленко мөрәжәғәт иткәндәрҙең бөтәһенә лә ентекле аңлатма бирҙе.

Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө сиктәрендә район Хакимиәтенең опека һәм попечителдәр бүлегендә йәтим һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм булған балалар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә мәсьәләләр буйынса граждандар ҡабул ителде.
Бынан тыш, бер көн алдан ҡаланың бөтә нотариаль контораларында опека, попечителлек, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса түләүһеҙ консультациялар ойошторолдо. Белем биреү учреждениеларында балиғ булмағандарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре буйынса әңгәмәләр, лекциялар үткәрелде. Дөйөм алғанда, ике көндә 160-ҡа яҡын граждан ҡабул итеүгә һәм адвокат, суд приставы, балиғ булмағандар эше буйынса комиссия һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәренән консультация алыуға мөрәжәғәт итте.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 94-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: