Мәләүездә сәләмәт тормош алып барыусылар һаны йылдан-йыл арта. Шуға бәйле, махсус учреждениеларға ла һорау тыуҙы. Айырыуса ҡаланың көньяҡ-көнсығышында йәшәгәндәр өсөн был мәсьәлә көнүҙәк ине. Үткән шәмбелә “Гранд” йәмғиәте биләмәһендә (элекке Ағас эшкәртеү комбинаты) асылған заманса ғаилә һауыҡтырыу тотош ҡала халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнде.
“Йәмғиәт коллективы элек-электән спортҡа битараф булманы. 60-сы йылдарҙа - футбол, 80-90-сы йылдарҙа волейбол командаһы менән билдәлелек яуланы”, - тип иҫтәлектәре менән бүлеште комбинаттың элекке директоры Зәбир Ғатауллин ғаилә үҙәген асыу тантанаһында.
Ойошма етәкселеге бөгөн дә үҙ традицияларын һаҡларға, хеҙмәтсәндәрен генә түгел, район-ҡала халҡын сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә тырыша. Һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе шул маҡсатта башҡарҙылар ҙа инде.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 95-се һанында уҡығыҙ.