Уҙған аҙнала Әбеттә Иҫәновтарҙың фермер хужалығында техниканы оҙайлы ваҡытҡа һаҡлауға ҡуйыу һәм уны киләһе ауыл хужалығы йылына әҙерләү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда райондың ауыл хужалығы идаралығы, ауыл хужалығы предприятиелары белгестәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.