Районда атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм булғандарҙы һәм йәтимдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Мәләүездәр ҡаланың 60 йыллығын билдәләгән көндә генә ошо категорияға ҡараған 11 гражданға фатир асҡыстары тапшырылғайны. Үткән шәмбелә тағы 10 кеше Ленин урамындағы яңы төҙөлгән йорттан заманса торлаҡҡа эйә булды.