9-сы башҡорт гимназияһында халҡыбыҙҙың данлы улы Кинйә Арыҫланов призына арналған милли көрәш буйынса турнир үтте. Физик культура уҡытыусыһы Айнур Хисаметдинов йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, көрәшкә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, һәләтлеләрҙе асыҡлау маҡсатында биш йыл элек мәктәп уҡыусылары өсөн генә ойошторған спорт сараһы йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Һуңғы өс йылда унда республиканың төрлө райондарынан да иң көслө йәш көрәшселәр йыйыла.