Мәләүез район-ара прокуратураһы 30 йәшлек гражданға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған. Ул полиция хеҙмәткәренә ришүәт бирергә маташҡаны өсөн ғәйепләнә. Магазинында контрафакт кейемдәр һатҡан булған. Бының өсөн 200 мең һум штраф ҡаралған. Эште ҙурға ебәрмәҫ өсөн эшҡыуар хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә 15 мең һум тәҡдим итә.