Белем биреү учреждениеларының мөһим бурысы булып уҡытыу-тәрбиә эшендә балаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген гарантиялауҙы күҙаллаған хәүефһеҙ шарттар тәьмин итеү тора. Уҡыу йорттарының комплексы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - бинаның һәм уның биләмәһенең янғын хәүефһеҙлеге. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡарарына ярашлы, ошо маҡсатта ҡаланың 1-се гимназияһында уҡыусылар ҡатнашлығында күнекмәләр уҙғарылды.