“Сәләмәтлек” саңғы трассаһына барғанығыҙ бармы? Булмаһа, барығыҙ әле, рәхәтләнеп шыуып, ял итеп ҡайтырһығыҙ. Саңғыла йөрөргә яратмаһағыҙ, ярыш ҡарарға барырға ла була. Унда даими рәүештә спорт байрамдары ойошторола. Өҫтәүенә, быйыл ҡар ҙа мул, саңғы юлы ла яҡшы.
Үткән шәмбелә “Ал йөҙлөләр” ярышы ойошторолдо. Көн һалҡын ғына булыуға ҡарамаҫтан, 4-7-се класс уҡыусылары еңеүгә ҙур ынтылыш, ихтыяр көсө күрһәтте.
Спорт сараһы тураһында ишетеп, ветеран спортсылар ҙа килгәйне, әммә улар араһында ярыш үткәрелмәне. Әммә килгәндәренә үкенгән кеше булмағандыр. Рәхәтләнеп саңғыла йөрөп, эҫе сәй эсеп, аралашып, тағы килергә һүҙ бирешеп ҡайтып киттеләр.