ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 12:41

Врачҡа ышаныу сирҙе еңергә ярҙам итә

Үҙәк район дауаханаһы эндокринологыЗөбәржәт Әмәкәсева йәш белгес булһа ла, ауырыуҙар уға ышанып килә. Һауығыу юлында иһә сирленең дауалаған врачына ышаныуы бик мөһим. Зөбәржәт Хәйрулла ҡыҙының өлкәндәр поликлиникаһында эшләй башлауына биш кенә ай. Әммә ул ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә үҙен өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытырға өлгөрҙө.

Үҙәк район дауаханаһы эндокринологы Зөбәржәт Әмәкәсева йәш белгес булһа ла, ауырыуҙар уға ышанып килә. Һауығыу юлында иһә сирленең дауалаған врачына ышаныуы бик мөһим. Зөбәржәт Хәйрулла ҡыҙының өлкәндәр поликлиникаһында эшләй башлауына биш кенә ай. Әммә ул ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә үҙен өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытырға өлгөрҙө.
Ул сығышы менән Күмертау ҡалаһынан. Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетын тамамлағас, Өфөлә 21-се республика дауаханаһында эндокринология буйынса ординатура үтә һәм, квотаға ярашлы, былтыр Мәләүез дауаханаһына эшкә килә.

- Коллектив мине бик йылы ҡаршы алды. Йәшәргә бөтә уңайлы шарттары булған бүлмә бирҙеләр. Һөнәри йәһәттән үҫергә лә мөмкинселек бар. Ғөмүмән, эшләргә була, әммә диагностикалау буйынса матди-техник база нығыраҡ булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Шулай уҡ бөтә илдә, республикала кеүек сирлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеү тәңгәлендә ауырлыҡтар бар, - ти врач-эндокринолог.
Бөгөн районда өс меңгә яҡын кеше диабет менән ауырый. Шуның 80-дән ашыуында - беренсе, ҡалғандарында икенсе типтағы шәкәр сире.
- Пациенттарға бик иғтибарлы, улар менән бик яҡшы әңгәмә ҡора, һөйләшкән, аралашҡан ваҡытта ауырыуҙарҙа һауығыуға ышаныс тыуҙыра белә. Сабырлығы, кеше күңелен аңлай белеүе менән айырыла, - ти йәш врач хаҡында үҙәк район дауаханала 26 йыл медсестра булып эшләгән Вәсилә Ғафарова.
Эндокринолог ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты менән бәйле сирҙәрҙе генә дауалай тип уйлай күптәр. Әммә был өлкәнең ни ҡәҙәр ҙур һәм ҡатмарлы икәнлеген ошо йүнәлештә эшләгән белгестәр генә белә. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа таралған ауырыуҙар башлыса эндокрин система эшмәкәрлеге боҙолоуға бәйле. Шуға бәйле, Зөбәржәт Әмәкәсева мәләүездәргә спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға, саф һауала күберәк йөрөргә һәм дөрөҫ туҡланырға кәңәш итә.
Һүрәттә: врач-эндокринолог Зөбәржәт Әмәкәсеваға пациенттары ышаныс менән ҡарай.

Автор фотоһы.
Читайте нас: