Быйыл 1 сентябрҙән беҙҙең республикала «Взлетай!» яңы мәғариф проекты эшләй башлаясаҡ. Уның үҙенсәлеге нимәлә? Уның маҡсаты - юғары класс уҡыусыларын киләсәк тормошҡа әҙерләү.
«Иркен һөйләш». Мәктәптәрҙә инглизсә һөйләшергә, аралышырға өйрәтәләр.
«Спорт менән дуҫ бул». Төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
«Дөрөҫ туҡлан». Сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү.
«Рулгә ултыр». Заман кешеһенә кәрәкле. Танытманы мәктәптә үк алырға мөмкин.
«Шахмат уйна». Аҡыл һәм логик фекерләүен үҫтереү.
«Сәләмәт йылмайыу». Ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыу.
«Бейе». Классик бейеүҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итеү.
Яңы «Взлетай!» проекты тағы ла ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IТ-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
Пилот этапта республикала бер нисә мәктәп һайланып алынасаҡ.